Килем сығанағы ла, хеҙмәткә өйрәнеү ысула ла

Тулыраҡ: Килем сығанағы ла, хеҙмәткә өйрәнеү ысула ла

Баҙар иҡтисадының ошо ике иң мөһим шартына йәш быуын еңел яраҡлаша. Йәйге ялды улар күңелле генә түгел файҙалы ла үткәрә. Йәйҙең беренсе көнөнән мәктәптәр каникул тәртибенә күсте. Башланғыс синыф уҡыусылары көндөҙгө лагерҙа. Шөғөлдәре етди – алған белемде нығытыу, физик күнегеүҙәр, кино, театр, музейҙарға сәйәхәт итеү. Мәктәптәрҙә урынлашҡан көндөҙгө лагерҙар иң йыш ҡулланышта ҡала. Бында уҡытыусы-тәрбиәселәр таныш, яңы шарттарға яраҡлашыу кәрәкмәй, күнегеүҙәр күңелле. Ата-әсә балаларын 21 көнгә мәктәп лагерҙары ҡарамағына тапшырып эшен тыныс дауам итә ала. Туҡланыу, ял һәм яҡшы кәйеф тәьмин ителгән. Хеҙмәт һәм тәрбиә лагерына яҙылғандар иһә мәктәп биләмәһен тәртиптә тота. Азат Маннанов быйыл һигеҙенсе класты тамамлаған. Уҡыуҙа дүртле-бишлегә өлгәшә. Эшкә лә әүәҫ. 110-сы мәктәптең хеҙмәт һәм тәрбиә лагерында 50 уҡыусы ике аҙна эш менән мәшғүл. Бындай лагерҙың маҡсаты балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. Хеҙмәт мәктәп файҙаһына икән, өйрәнеүҙәре – үҙенә. Баҡсасы оҫталығы көнкүрештә ҡамасауламай. Был берекмәләрҙә балалар хеҙмәткә өйрәнә. Баҡса ҡаҙыу, сәскәләр үҫтереү — эстетик тәрбиә биреүҙә лә ыңғай күренеш.

Хеҙмәт лагерҙарынан айырмалы хеҙмәт берекмәләрендә үҫмерҙәр эше өсөн хеҙмәт хаҡын ала. 102-се гимназила көн дә ун бишәр уҡыусы ике сәғәткә ысын эшкә килә. Бындай бригадаларҙың эшмәкәрлеген хеҙмәт кодексы көйләй. 14 йәштән өлкәндәргә хеҙмәт кенәгәһе лә асыла. Эш көнө ике сәғәт, хеҙмәт осоро ун көн менән сикләнгән берекмәләрҙә уҡыусыларҙың бурыстары каникул мәленә тигеҙ бүленгән. Бында тәртип тә, яуаплылыҡ та талап ителә. Йырсы таланты менән Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты исемдәрен яулаған Элина Хөкимоваға хеҙмәткә етди мөнәсәбәт кесе йәштән хас. Эш хаҡына Элина сәхнә костюмдары тектерергә ниәтләй. Артист кейеме күп төрлө, зауыҡ менән биҙәлгән һәм ҡабатланмаҫ өлгөлә булырға тейеш, ти йырсы ҡыҙ. Ә был байтаҡ сығымдар талап итә. Шуға ла каникулды файҙаланып аҡса эшләп ҡалыу көнүҙәк. Үҙаллылыҡ яҡлы үҫмерҙәрҙе был көндәрҙә башҡаланың хеҙмәт биржаһында ла осратырға мөмкин. Был 14 йәшлек егеттәр вакансиялар йәрминкәһенә килгән. Бәлиғ йәшенә етмәгәндәр менән килешеү төҙөргә әҙер эш биреүселәр һирәк, ти Өфөнөң мәшғүллек үҙәге белгесе Гөлсибәр Батыраева. Үҙе эшләп аҡса алырға һәр үҫмер хыяллана. Кеҫә аҡсаһы уларҙың олораҡ булып күренеү теләген һәм үҙаллылыҡ тойғоһон нығыта. Әлегә уңайлы эш табылмаһа төшөнкөлөккә бирелергә кәрәкмәй. Каникул осоронда ыңғай кисерештәр алып, яңы көс туплау ҙа киләсәк хеҙмәт юлына төплө аҙым. Республикала балалар өсөн йөҙәрләгән йәйге ял лагеры асыҡ.