Өфөлә өс балалы ғаиләне суд приставтары өйҙәренән ҡыуып сығарған. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған ғаиләнең хәҙер барыр урындары юҡ. Йортто ни өсөн һүтеп ташларға ҡушҡандар? Аптырашта ҡалған ғаилә хәҙер нимә эшләр? Күҙҙәр тулы йәш, яндарында өс сабый бала, ә алда — билдәһеҙлек... Тап ошондай тойғоларҙы кисерә был ҡатындар. Суд приставтарының ҡарары менән улар 32 йыл ғүмер иткән тыуған йортон үҙ ҡулдары менән һүтеп ташларға бурыслы. Хәҙер суд тупһаһын тапауҙан да, кемгә генә мөрәжәғәт итһәң дә файҙа юҡ, тип зарлана аптырашта ҡалған ханымдар. Инде ҡыйыҡһыҙ ҡалған ғаилә тураһында беҙ үткән сығыштарҙа һөйләп үткәйнек. Хазгалиевтар ғаиләһе был йортҡа 1985-се йылдарҙа нигеҙ һалған. Йәш ғаиләнең тиҙҙән балалары, һуңынан ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килә. Тормош ҡыуаныстарына, аяныстарына төрөнөп йәшәгәндә, 2011-се йылда уларҙың күршеләре ер бүлемен теркәй башлай. Тик ни сәбәптәндер, улар Хазгалиевтарҙың ерен дә үҙ милкенә күсерә. Әйткәндәй, ваҡытында йорт һалынған урын өсөн аҡса түләнгән, тип белдерә өй хужабикәһе Лүзә Хазгалиева. Ә судҡа биреүселәр өйҙө законһыҙ һалынған, шуға ла һүтелергә тейеш тигән ҡарашта тора. Бындай хәлдән һуң өй хужаһының хәле насарайып, тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға тура килә. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған ғаиләнең барыр урыны юҡ. Сабыйҙарын туғандарына ваҡытлыса йәшәп торорға ҡалдырһалар, үҙҙәренә өй эҙләүе ауырға тура килә.Өйҙө һүтә башлағас ғаилә өй кәрәк-яраҡтарын урамға, күршеләренә һәм ошо гаражға урынлаштыра. Әммә улар был гаражды ла тиҙ арала һүтергә тейеш. Өйһөҙ ҡалған ғаилә хәҙер бөтә әйберҙәрен туғандарына күсереп торорға мәжбүр.Ҡатындар бигерәк тә сабыйҙары өсөн ҡурҡа. Ваҡытлыса туғандарҙа йәшәп торһалар ҙа, алда нимә булыры билдәһеҙ, ти улар.Ҡыйыҡһыҙ ҡалған ғаилә хәҙер тағы ла суд булыуын көтә. Унда балаларҙың торлаҡ мәсьәләһе хәл ителәсәк
Сабыйҙар ҡайҙа йәшәр?
Тулыраҡ: Сабыйҙар ҡайҙа йәшәр?