Сығарылыш кисәләре

Тулыраҡ: Сығарылыш кисәләре

Был аҙнала мәктәптәрҙә 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн сығарылыш кисәләре үтәсәк. Улар, ғәҙәттәгесә, уҡыу йорттарында, шулай уҡ мәктәптән ситтә лә уҙа. Сығарылыш кисәләрен уҙғарған саҡта бөтә ерҙә лә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 18 меңдән ашыу уҡыусы 11-се, 42 мең 600 уҡыусы туғыҙынсы класты тамамланы.