Бөгөндән абитуриенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һөнәрҙәр буйынса белем алыр өсөн ғаризалар бирә ала. Башҡортостанда дәүләт дәрәжәһендәге юғары уҡыу йорттары ғына меңдән ашыу һөнәри йүнәлеш буйынса абитуриенттар ҡабул итә. Һөнәрҙәр исемлегендә юриспруденция, ғәмәли математика менән информатика һәм журналистика һәр ваҡыттағыса иң юғары ихтыяждан файҙалана.Мотлаҡ Өфөлә юғары белем алыу теләге был ҡыҙҙы Ҡаҙағстандан беҙҙең республикаға юллаған. Зөлфиә бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты абитуриенты.Һайлаған һөнәре заман талаптарына бәйле – Зөлфиә сит телдәр бүлегендә уҡырға теләй. Башҡорт дәүләт педагогия унивеситеты тураһында ул Бөтә донъя мәғлүмәт селтәренән хәбәрҙар. Педагогия университетында бюджет урындары былтырғыса ҡала. Түләүле бүлектәрҙә хаҡтар артыҡ күтәрелмәгән. Иң күп иғтибар йәлеп иткән һөнәр иһә биҙәү-ғәмәли сәнғә һәм дизайн. Яңылыҡтарҙан быйыл физика математика факультетында онлайн-магистратура асыла. Авиаця техник унивеситетында ла бюджет урындары үткән йылдағына кәм түгел, уларҙың һаны ике мең тирәһе. Ихтыяж файҙаланған һөнәрҙәр информатика технологиялары һәм двигателдәр ҡороу йүнәлешенә бәйле. Коммерция бүлегендә хаҡтарҙың бер аҙ артыуы күҙәтелә. Абитуриенттарҙың Гагарин олимпиадаһында еңгән һәм призлы урындар яулағандарына өҫтәмә балдар ҡушыла. Башҡорт дәүләт аграр университеты буласаҡ студенттарға үҙенсәлекле бүләк әҙерлеген. Республиканың ауыл хужалығы министры иғлан иткән аныҡ ер эшкәртеү йылы уңайынан уларға махсус программа менән йыһазландырылған планшеттар тапшырыласаҡ.Төбәктең классик университетында һөнәри йүнәлештәр исемлеге магистратура бүлегендә киңәйгән. Бюджет урындарының дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ, әммә бүлектәр буйынса яңылыҡтар бар.Абитуриенттарҙың әүҙемлеген ҡабул итеү комиссиялары киләһе аҙнанан көтә. Сөнки әлеге ваҡытта мәктәпте тамамлаусыларҙың бер өлөшө берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙы дауам итә. Студенттар исемлектәре иһә августың тәүге яртыһында билдәле буласаҡ.
Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында документтар ҡабул итеү кампанияһы старт алды
Тулыраҡ: Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында документтар ҡабул итеү кампанияһы старт алды