Ел ҡыйыҡтарҙы емерә

Тулыраҡ: Ел ҡыйыҡтарҙы емерә

Башҡортостанда уҙған көн һауа торошона бәйле бер нисә ғәҙәттән тыш хәл теркәлде.Секундына 24 метрға еткән дауыл Нефтекама ҡалаһында 4 ҡатлы йорттоң шиферлы ҡыйығын аҡтарған, 3 автомобиль зыян күргән. Ҡалтасы районында үҙәк дауахана ҡыйығы ла тәбиғәт ғәрәсәтенә ҡаршы тора алмаған. Әле бында төҙөкләнлдереү эштәре бара. Өфө янындағы Самохволовка ауылында ла шәхси йорт ҡыйығы елдән ишелеп төшкән. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итәләр ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.