Өфөлә Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә аутсорсинг системаһын ҡулланыу мәсьәләһе тикшерелде. Ул бер-нисә минут элек кенә тамамланып тора. Башҡортостан өсөн аутсорсинг системаһы яңылыҡ түгел. Республикала был йәһәттән байтаҡ тәжрибә туплаған. Балаларҙы ашатыу, сирлеләрҙе туҡландырыу йүнәлешендә уңышлы эшләүселәр бихисап. Исемлектә Туймазы, Ҡыйғы райондары, Благовещен ҡалаһы бар. Ошо муниципаль берәмектәрҙәге йүнселдәрҙе тотош республикаға өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Әйткәндәй, Башҡортостан етәксеһе уларҙың тәжрибәһе менән шәхсән танышыу ниәтен белдерҙе. Был өлкәлә тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Аутсорсинг менән шөғөләнгәндәр араһында үҙ кеҫәһен ҡалынайтырға теләгәндәр ҙә байтаҡ. Тап улар уңышлы эшләгән шәхси фималарҙы аукциондарҙа ҡатнаштырмау өсөн төрлө юлдарға бара. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов, мутлашыусыларға кәртәләр ҡуйырға кәрәклеген билдәләне. Күтәрелгән тағы ла бер мәсьәлә – аутсорсинг йүнәлешендә медицина өлкәһен хеҙмәтләндергән ширҡәттәр. Һаулыҡ һаҡлау тармағы улар менән быйыл ғына миллиард һумлыҡ килешеү төҙөгән. Тик суммалар бүлеү генә тәҡдим ителгән ризыҡтың сифатын артырыуға алып килмәй. Рөстәм Зәки улы, мәҫәлән, туҡландырыуға, биналарҙы таҙартыусы ойошмаларға ҡәтғи бурыстар ҡуйырға саҡырҙы. Аутсорсинг шәхсән ҡараш талап итә. Башҡортостанда яҡын арала был система тағы ла камиллаштыраласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард өс йөҙ миллион һум бүленә. Ошондай тәҡдимде Рөстәм Хәмитов та яҡланы.
Аутсорсингтың ыңғай яҡтары
Тулыраҡ: Аутсорсингтың ыңғай яҡтары