Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Хоҡуҡ яҡлаусылар Венгрия парламентының “Соросты туҡтатыу” тураһындағы закон проектын тәнҡитләп сыҡты. Мигранттарға ярҙам иткән өсөн 25 процентлыҡ һалым түләйәсәк ойошмалар ҙа ризаһыҙлыҡ белдерә. Ә Европа парламенты депутаттарын ҡасаҡтарға булышлыҡ иткән өсөн енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралыуы аптырашта ҡалдырған.
  • Америка президенты легаль булмаған мигранттар ғаиләләрен айырыуҙы тыйыусы фарманға ҡул ҡуйған. Был аҙым һуңғы бер-нисә аҙнала республикандар фирҡәһе вәкилдәре яғынан Трампҡа ябырылған тәнҡиткә яуап булып тора. Ҡушма Штаттар ҡануниәте буйынса, законһыҙ килеүселәрҙе илдән ҡыуып сығарырға мөмкин. Ә уларҙың балалары мотлаҡ опека органдарына тапшырылырға тейеш. Майҙа ғына 2 мең бала ата-әсәһенән айырылған.
  • Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мэй үҙенсәлекле еңеү яуланы. Общиналар палатаһы “брексит” буйынса парламентҡа киң хоҡуҡтар бирмәҫкә ҡарар итте. Быға тиклем лордтар палатаһы “брексит” килешеүенә вето һалырға мөмкинлек биргән төҙәтмәгә ыңғай тауыш биргәйне.
  • Греция иҡтисади көрсөктән сыға. Бөгөн Европа берлеге илдәренең финанстар министрҙары илгә ярҙам итеүҙең һуңғы планын тикшерә. 8 йыл эсендә Грецияның тулайым төбәк продукты ныҡ ҡына кәмегән, илдән 500 мең йәш һәм юғары квалификациялы йәштәр күсеп киткән.
  • Футбол буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы плей-оффҡа сыҡты. Һуңғы тапҡыр беҙҙең ил командаһы төркөмдән 1986 йылда үткән чемпионатта сыҡҡайны. Ул ваҡытта советтар союзының йыйылма командаһы Бельгиянан 3 кә 4 иҫәбенә еңелгәйне. Уругвайҙың Сәғүд Ғәрәбстанын еңеүе рәсәй футболсыларына, шулай итеп, ваҡытынан алда плей-оффҡа сығыу мөмкинлеге бирҙе.