Өс бала менән урамда ҡалған ғаиләгә бәйле бөгөн яңы мәғлүмәт билдәле булды. Беҙҙең хәбәрселәр уларҙың күршеләре Александровтар ғаиләһе менән аралашты. Улар ер мәсьәләһен һәм балаларҙың урамда ҡалыуын бөтөнләй башҡаса аңлата. Хажиғәлиевтар һүтелгән йорт өсөн борсолһа, күршеләре уларҙы селпәрә килгән тәҙрәләр өсөн ғәйепләй. Өс балалы йәш ғаилә ҡасандыр ергә законһыҙ нигеҙ һалған. Хажиғәлиевтарҙың күршеләре Александровтар ғаиләһе һөйләүенсә, был йортто ҡартатаһы менән ҡартәсәһе 1924 –се йылда һатып алған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, улар өйҙө үҙҙәренең балаларына яҙып ҡалдырырға мәжбүр була. Иҫкереп бөткән фотоһүрәттәр хәҙер был дөрөҫлөктө иҫбатлай. Олатай-өләсәһенән ҡалған мираҫ ейән-ейәнсәрҙәре Сергей һәм Надеждаға күскән.Александровтар һөйләүенсә, 1980-се йылдарҙа уларҙың ер өлөшөндә Радик Хажиғәлиев йорт төҙөй башлай. Тәүҙә өй 45 квадрат метрлы булһа, ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килеп, ғаиләһе ишәйгәс, хужа йортон ҙурайта башлай һәм күршеләренең биләмәһенә инә. Был мәсьәләне хәл итеү маҡсаты менән Александровтар судҡа мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, хәҙер Радик Хажиғәлиевтың ҡыҙҙары һәм ейәндәре үҙҙәре төҙөгән әммә законһыҙ йортто һүтеп ташларға тейеш. Александровтар ғаиләһе һүҙҙәренсә, хәҙер үҙҙәре күршеләренән ҡурҡып йәшәй. Шуға ла улар урамдарына йәшерен видеокамералар ҡуйған. Был видеояҙмаларҙан күренеүенсә, законһыҙ ер өлөшө ҙур ғауғаға килтергән. Әйткәндәй, законлы ер хужалары ла, суд приставтары ла Хажиғәлиевтар ғаиләһенә был мәсьәләне тыныс хәл итергә тәҡдим иткән.Ғаилә хәҙер ҡыйыҡһыҙ. Балалар туғандарында йәйге каникулын үткәрә. Ленин районы хакимиәте был мәсьәләне хәл итеү юлдарын өйрәнә. Хажиғәлиевтар ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу сиратына ла баҫҡан. Бынан тыш, улар «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» тигән программаға ла индерелгән. Ә Александровтар ғаиләһе иһә ватылған тәҙерәләр өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙырға мәжбүр булған.
Ике күрше талаша
Тулыраҡ: Ике күрше талаша