Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә

Тулыраҡ: Рәсәйҙә бөгөн хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә

1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тын тороп иҫкә алдылар.

Бөгөн Республика башлығы Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды. Рөстәм Хәмитов илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булыусыларға рәхмәтен белдерҙе.Илебеҙҙәге эҙәрмәндәр отрядтары Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышын асыҡлау буйынса ҙур эш башҡара. Бөгөнгө сарала яу яланында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙҙың һөйәктәрен эҙәрмәндәр туғандарына тапшырҙы.