Башҡаланың Дим районындағы иң оло мәктәптәрҙең береһендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған уҡытыусылар һәм уҡыусылар иҫтәлегенә яңыртылған обелиск асылды. 113-сө мәктәп биләмәһендә яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл ярты быуаттан ашыу элек ҡуйылған. Уның нигеҙенә мәктәп эҙәрмәндәре яу яланынан алып ҡайтҡан изге тупраҡ һалынған. Бөгөн иһә яңыртылған обелискты 132-се мәктәп биләмәһендә асыу тантанаһы үтте. Был мәктәптән Бөйөк Ватан һуғышына киткән уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың 20-һе яу яланында ятып ҡалған. Йәш быуын уларҙың яҡты иҫтәлегенә тоғро икәнен иҫбатлай. Һәйкәлде яңыртыуҙа Дим районындағы бар йәмәғәтселек берҙәм ҡатнашты.
Дим районында яңыртылған обелиск асылды
Тулыраҡ: Дим районында яңыртылған обелиск асылды