Архитектура ҡомартҡыһы янды

Тулыраҡ: Архитектура ҡомартҡыһы янды

Бөгөн Өфөлә тарихи бинала сыҡҡан янғын сәбәптәрен асыҡлау башланды. Кисә кисләй Карл Маркс урамындағы 3 ҡатлы йорт янып китте. Архитектура ҡомартҡыһы һаналған бина оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлдә торҙо. Хәҙер уның артабанғы яҙмышы нисек хәл ителере билдәһеҙ. Иҫке йорттоң тотош бер ҡатын ялмап алған янғынға күптәр шаһит булды. Видео-фотоһүрәттәр шунда уҡ социаль селтәрҙә таралды. Видинеев исемле сауҙәгәр йорто тарихи объект исемлегенә ингән, ҡотҡарыусыларға уның тышҡы йөҙөн боҙмаҫ өсөн ҡатмарлы шарттарҙа ут менән көрәшергә тура килде.Ҡала үҙәгенән сыҡҡан төтөн бер нисә километрға күтәрелде. Бәхеткә, ҡорбандар юҡ, бер кешенең арҡаһы бешеп дауаханаға эләгеүе хаҡында билдәле. Әле уның шәхесе асыҡлана. Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә ут сығыуы хаҡында хәбәр киске сәғәт 9-ҙәр тирәһендә килә. Ҡыҙыл әтәс ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 3 ҡатлы бинаны ялмап ала. 500 квадрат метрға таралған уттың асыҡ сығанаҡтарын һүндереү өсөн ҡотҡарыусыларға 1 сәғәт ваҡыт талап ителә. Ә емеректәрҙе таҙартып уттың ҡабаттан сығыуын иҫкәртеү төнө буйына барҙы. Әле бында янғын сәбәптәрен тикшереү бара.Видинеев йортоноң яҙмышы 20 йылға яҡын һауала эленеп тора. Янғындан һуң уны тҡргҡҙҡп булырмы, юҡмы махсус комиссия асыҡларға тейеш. Архитектура ҡомартҡыларын һаҡлаусылар әленән үк ут осраҡлы сыҡмаған тигән фараздары менән бүлешә.