Иҫәпкә бар һанға юҡ торлаҡ

Тулыраҡ: Иҫәпкә бар һанға юҡ торлаҡ

Өфө районы Алексеевка ауылындағы үҙәк урамда төҙөлгән яңы йорттарҙың береһендә фатирҙар хужаларына ғәмәлдә тапшырылған, ә йорт рәсми теркәү менән сафҡа инмәгән. Башҡортостан ерен йәшәү өсөн уңайлы тип күргән был ханым Алыҫ Көнсығыштан, Өфө районында фатир һатып алған. 2012 йылда нигеҙ һалынған күп ҡатлы йортта 249 фатир, офис майҙандары һәм заман уңайлығы – 100 машина ҡуйыр урынлыҡ  — ер аҫты парковкаһы ҡаралған. Торлаҡ әҙер, асҡыстар ҡулда, тик рәсми теркәүгә рөхсәт юҡ, ти Людмила Николаевна.Хроник сир сәбәпле льготалы дарыу һатып алыр өсөн дә йәшәгән урында теркәлеү кәрәк, ти Яҡутия-Саха республикаһынан күсенеп ҡайтҡан Зөлфирә Мәмлиева. Ярҙам үтенеп төрлө кимәлдәге яуаплы ойошмаларға мөрәжәғәт иткән халыҡ һүҙен рәсми яуап хаттары менән раҫлай. Йортто файҙаланыуға тапшырыр өсөн бар өлөштәр төҙөлөп бөтөргә, уңайлыҡтар булдырылырға, йыһаздар хеҙмәтләндереүгә тапшырылырға тейеш. Хәйер, бинаның идара итеү компанияһы бар, йортто хеҙмәтләндереү ойошторолған. Тик, баш инженер белдереүенсә, үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып.Торлаҡ тип танылмаған майҙандар ике ҡатты биләй. Әлегә улар хужаларын тапмаған.Йорттоң ер аҫты өлөшөндә эштәрҙең дауам итергә тейешлеге фатир хужаларына мәғлүм, беҙ иһә эшселәрҙе осратманыҡ. Шулай ҙа яңы ҡоролмалар, йыһаздар урынлаштырылыуы күҙгә салына.Йортто сафҡа индереүҙе тотҡарлаған парковкала эштәр туҡталып тора, тип әйтерлек түгел. Әле бында янғын күҙәтеү системаһы ҡуйыла.Хәүефһеҙлек шарттарының һәммәһе лә үтәлмәһә төҙөлөш ойошмаһы бинаны файҙаланыуға тапшыра алмай. Фатир хужалары эштәрҙе тиҙләтеүҙе үтенеп төҙөлөш ойошмаһына килә. Тик ишектәр бикле, уларҙы ҡабул итеүсе юҡ. Республикала обьекттар төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы был осраҡта мәсьәләне тик суд аша хәл итеп була, тигән фекерҙә. Ҡатмарлы йорттағы фатир хужалары иһә был хаҡта хәбәрҙар.Тимәк, Алексеевканың яңы кешеләренән йәнә бер аҙым талап ителә. Даими теркәү урынын раҫлар өсөн судҡа күмәк ғариза яҙыу. Юғиһә, улар закон талаптарына ярашлы, килешеү нигеҙендә һатып алынған торлағына милек хоҡуғын нығытыу, мөлкәтенә һалынған һалымды ваҡытында түләү һәм һис ҡаршылыҡһың конституцион бурысын үтәп һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғынан мәхрүм.