Граждандар аҡсаһын туранан-тура төҙөүсегә түгел, ә банк аша бирә ала. Аҡсалар махсус иҫәпкә йүнәлтелә һәм төҙөлөш тамамланғансы ҡулланылмай. Девелоперҙар проект хаҡынан 85 процентҡа тиклем күләмдә кредит ала, шул уҡ ваҡытта өлөшләтә ҡатнашыу килешеүҙәре буйынса фатирҙар һата. Төҙөлөш тамамланғас, төҙөүсе өлөшсөләрҙең аҡсаһын ала йәки уның менән банктан алған бурысын ҡаплай. Был алым Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса өлөшләтә төҙөлөштән баш тартыу йәһәтенән әҙерләнгән. Күсмә осорға өс йыл бүленгән. Белгестәр фатирҙар алдағы йыл ярымда 10-15 процентҡа ҡиммәтләнер, ә төҙөүселәрҙең кәмендә яртыһы баҙарҙан китер, тип иҫәпләй.
1 июлдән Рәсәйҙә торлаҡ һатыуҙа яңы схема эшләй башлай
Тулыраҡ: 1 июлдән Рәсәйҙә торлаҡ һатыуҙа яңы схема эшләй башлай