Урология мәсьәләләре Өфөлә хәл ителә

Тулыраҡ: Урология мәсьәләләре Өфөлә хәл ителә

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында 6-сы Бөтә Рәсәй урологтар мәктәбе уҙғарылды. Белгестәр простата биҙе яман шеше менән яфаланған пациенттарға операциялар яһаны. Дүрт төрлө ысул менән эшләнелгән операцияларҙы сит илдән килеүсе белгестәр, студенттар интернет аша ла күҙәтә алды. Простата биҙе яман шешенән ҡотолоу өсөн пациентҡа беренсе стадияһында уҡ табипҡа күренеп, операция эшләтеү мөһим. Медицина өлкәһендә был сирҙе хәҙер күп ысул менән дауалайҙар. Төрлө операцияның үҙенсәлектәре менән уртаҡлашыу өсөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында быйыл 6-сы Бөтә Рәсәй урологтар мәктәбендә ҡатнашып, белгестәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.Яман шеште лапароскопия ысулы һәм Да Винчи роботы системаһы ярҙамында ла юҡ итеп була. Табип һүҙҙәренсә, операцияны роботтар ярҙамында башҡарыу күпкә сифатлыраҡ. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бөтәһе ун биш операция яһалды. Әйткәндәй, тап простата биҙе яман шешен дауалау Башҡортостанда юғары кимәлдә ойошторолған.Яман шештән ҡотолоу операцияһы дүрт төрлө ысул менән башҡарылды. Бер операция яҡынса сәғәт ярым дауамында бара. Пациенттар операциянан һуң үҙҙәрен яҡшы тоя.Хирургтарҙың эшен Рәсәй генә түгел, Германия, Болгария, Ҡытай белгестәре лә ҡарай алды. Операция барышы интернет селтәренә онлайн-трансляция уҙғарылды. Бар яҡлап алға үҫешкән медицина өлкәһендә хәҙер простота биҙе яман шешен башланғыс стадияһында уҡ асыҡлау мөмкинлеге булдырыла. Уны диагностикалау өсөн Фьюжн-биопсияға арналған тернинг та ойоштороласаҡ.