Бөрйәндә «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы уҙа

Тулыраҡ: Бөрйәндә «Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың һәм йәш сәсәндәрҙең конкурсы уҙа

Ул ҡобайыр, эпостар башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында йыл һайын уҙғарылып килә. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс 20-се тапҡыр уҙғарыла. Ошо йылдарҙа унда 1 мең 500-ҙән ашыу бала һәм 532 фольклор коллективы ҡатнашҡан. Конкурстың республика этабы 2 турҙа үтә. Унда ҡатнашыусылар беренсе турҙа «Урал батыр» эпосын яттан һөйләй, ә икенсе турҙа фольклор коллективтар эпос йәки башҡа эпик хикәйәт өҙөгөн сәхнәләштерә. Конкурстың республика этабында район һәм ҡалаларҙың дөйөм белем биреү ойошмаларынан 56 уҡыусы һәм 25 фольклор коллективы сығыш яһай.