- Башар Асад Сүриәне тергеҙеүҙә Көнбайыш ярҙамынан баш тартты. Беҙ үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ, ә үтә лә ауыр саҡта дуҫтарыбыҙ ярҙамына өмөт итәбеҙ, тине Сүриә етәксеһе. Быға тиклем террорсылар үҙәге булған Алеппо ҡалаһында йәшәүселәр Башар Асад белдереүен хуплаған һәм илде тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашырға теләк белдергән.
- Европаның миграция сәйәсәтен үҙгәртеп буламы? Европа берлеге илдәре етәкселәре Италия талабы буйынса Брюсселдә йыйылып ошо һорауға яуап эҙләне. Германия канцлеры Ангела Меркель осрашыу йомғаҡтары буйынса дөйөм ҡарарға килергә саҡырҙы. Италия һәм мальтаның ҡасаҡтар менән судноны ҡабул итеүҙән баш тартыуы Европала ҙур ғауға тыуҙырғайны.
- Германияла йәшәүсе төрөктәр Рәжәп Эрдогандың президент һайлауында еңеүен байрам итә. Бында миллион ярым төрөк тауыш биреү хоҡуғына эйә. Германияла Рәжәп Эрдоган яҡлылар төркиәгә ҡарағанда ла күберәк. Төркиә үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Эрдоган өсөн һайлаусыларҙың 53 проценты тауыш биргән.
- Европала йыл һайын талпан ҡаҙалыуҙың 12 мең осрағы теркәлә. Белгестәр әйтеүенсә, күптәр табиптарға мөрәжәғәт итеүҙе кәрәк тип тапмай. Шуға ла Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мотлаҡ иммунизация үткәрергә саҡыра.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре