Алтын клапандар

Тулыраҡ: Алтын клапандар

Уттан ҡала һыуҙан ҡалмаймы әллә һыуҙан ҡала уттан ҡалмаймы. Халҡыбыҙҙың был мәҡәлен теләгән берәү үҙенсә ҡуллана. Өфө районы Ҡыҙыл Яр ауылына кәсепкә сыҡҡан эшҡыуар ойошмаһы вәкилдәре халыҡты йорттарын һыуҙан һаҡларға өгөтләп һыуүткәргес торбаларына өс мең өс йөҙ һумлыҡ махсус ҡоролмалар тоташтырған. Беҙҙең хәбәрселәр иҫкәртеүсе клапандарҙың әһәмиәтендә һәм хаҡында шикләнгән кешеләр менән осрашты. Һыу торбаһына махсус клапан ҡуйып йорт ташҡынын иҫкәртеү тәҡдиме Ҡыҙыл Яр ауылы халҡын тәүҙә һис шомға һалмай. Йәй һайын эсәр һыуға зар интеккән фатир хужаларын бөхтә кейенгән мөләйем кешеләр яңы һыуүткәргес тураһында әкиәт һөйләп өмөтләндергән. Лариса Хәсән ҡыҙы үҙе ышанып ҡына ҡалмай, күршеһен дә ҡыҙыҡтырған. 37 йыл мәктәптә математика уҡытып хаҡлы ялға сыҡҡан Ольга Ивановна тылсымлы клапандарҙың алыштырғыһыҙ сифатына инанып күршеһе һәм үҙе өсөн йәмғеһе егерме мең һум аҡса түләгән. Ауыл халҡынан яңы һыуүткәргес һәм һыуҙың юғары баҫымынан һаҡлар клапандар тураһында борсоулы шылтыратыуҙар йышайғас хакимиәт башлығы хәлде ваҡиға урынында тикшерергә була. Шунда уҡ полиция саҡырталар. Һыу баҫымына ҡаршы клапан урынлаштырыусылар ойошмаһында Ҡыҙыл Яр делегацияһын тыныс ҡаршылайҙар. Хәүефһеҙлек сараһын бары ҡулланыусының теләге буйынса ҡуйылғанын аңлаталар. Ҡәнәғәтһеҙлек тыуғас килешеүҙе өҙөп түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыр өсөн ғариза яҙырға тәҡдим итәләр.Битһеҙҙәрҙән йәлләү тойғоһон көтөү яҙыҡ. Ҡыҙыл Ярҙың алданған ҡулланыусылары бындай хатанан башҡаларҙы араларға теләй. Мутлашыусылар көндән-көн яңы ысулдар уйлап таба. Төрлө махсус йыһаздар ҡуйырға тәҡдим итеп фатир-ара йөрөүселәр байтаҡ. Әрһеҙ бәндәләр ҡармағына тәү сиратта яҡлауһыҙ пенсионерҙар эләгә. Ышаныусан кешеләр хәйләкәр кәсепселәрҙең мәкерле уйын ғәмәлгә ашырырға үҙҙәре ярҙам итмәһен ине, ти Ҡыҙыл Яр халҡы. Мутлашыусылар ябай халыҡты хәҙер хәүефһеҙлек саралары менән ҡыҙыҡһындыра. Был тәңгәлдә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте эҙәрмәндәренә түгел, ә үҙеңдең уяулығыңа таяныу хәйерле.