Өфөлә беренсе Май урамындағы аварияла ауырлы ҡатын һәләк булды

Тулыраҡ: Өфөлә беренсе Май урамындағы аварияла ауырлы ҡатын һәләк булды

Уның ике йәшлек балаһының ғүмере өсөн әле табиптар көрәшә, тип хәбәр ителә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, боролған саҡта Дэу Нексияға Ниссан автомобиле килеп бәрелә. Шаһиттар ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Уларға махсус ҡоролмалар менән Нексия машинаһын ҡырҡырға тура килә. Шул ваҡытта ялҡындан ут тоҡана.