Республиканың баш ҡалаһында 33 градус эҫе

Тулыраҡ: Республиканың баш ҡалаһында 33 градус эҫе

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы бөгөн елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә. Бөгөн һауа температураһының 31 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә. Яуым-төшөм көтөлмәй. Республиканың баш ҡалаһында ла эҫе-33 градус.

Әле күптәр эҫе көндәрҙе һыу буйҙарында ҡыҙынып үткәрә. Табиптар эҫе тейеү тураһында иҫкәртә. Табиптар, тәү сиратта физик әүҙемлекте кәметергә һәм күп һыу эсергә саҡыра. Спиртлы эсемлектәр ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда һыу ингәндә һәләк булыусылар бар. Йыл һайын беҙҙең республикала өс тиҫтәгә яҡын кеше һыуҙа батып үлә.