Мәскәүҙә Рәсәйҙең бөтә моноҡалалары өсөн төп рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Күмертау йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалалары исемлегенә инде. Күмертау ҡалаһы былтыр ҙа тәүге урындарҙы алғайны һәм быйыл да үҙ статусын раҫланы. Республика етәкселеге моноҡалалар үҫешенә бик ҙур иғтибар бирә. Шуға ла йыл ярым эсендә генә йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе статусына эйә булған Күмертауҙа туғыҙ резидент үҙ предприятиеһын асты. Ҡала халҡы өсөн 1 мең 300-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылды.
Күмертау йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалалары исемлегенә инде
Тулыраҡ: Күмертау йәнә Рәсәйҙең иң яҡшы моноҡалалары исемлегенә инде