“Реклама тураһында”ғы закон нисек үтәлә?

Тулыраҡ: “Реклама тураһында”ғы закон нисек үтәлә?

Сауҙаны хәрәкәткә килтереүсе лә, кеше ишетмәгән һәм белмәгән әйбергә мохтажлыҡ тыуҙырыусы ла рекламаны хәйләкәр эшҡыуарҙар үҙ файҙаһына йыш ҡуллана. Шуға ла реклама тураһындағы закондың үтәлеше даими күҙәтелә. Законды ҡулланыу буйынса эксперт советы сираттағы ултырышында төбәктә ҡағиҙә боҙоу осраҡтары буйынса фекер алышты, законға индерелгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Ғәйеплеләргә ҡарата яза ғәҙәттә иҫкәртеү менән сикләнә, ти Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Андрей Хомяков. Төбәктә реклама тураһындағы законды боҙоу йыш осрай. Үтескә аҡса биргән ойошмалар ҡулланыусыны хата фекергә килтерер мәғлүмәт бирә, ҡайһы бер сауҙа йорттары һатып алыусыны өгөтләгәндә алама һүҙҙәр ҡуллана йә хурлыҡлы образдар файҙалана.