Һигеҙенсе март ҡасабаһына яҡын яңы биҫтә, йорттарҙың елләтеү системаһы эшләмәү сәбәпле, көнкүреш уңайлыҡтарҙан мәхрүм. Төҙөүсе ойошма иһә бар биналарҙың да проект документтарына ярашлы икәнен белдерә. Бинаның елләтеү системаһы төҙөк булмағас был йорттарға газ биреү туҡтатылған. Кешеләр ғүмере өсөн хәүефләнә. Яғыулыҡ хеҙмәте икенсе аҙна инде газ сыҡҡан урынды таба алмай. Ә фатир хужаларына елләтеү йыһаздарына ҡарата дәғүәһенән баш тартырға тәҡдим итәләр.
Һигеҙ айлыҡ Маргаританы әсәһе эҫелә тәүлегенә бер нисә тапҡыр ҡойондора. Һыуҙы иһә электр плитаһында йылытырға тура килә. Аш бешереү, сәй ҡайнатыуҙан өй дым тарта, диуарҙар күгәрә башлаған. Энергия һаҡсыл йорттар ғәмәлдә тығынлы шешә кеүек. Йәйен тынсыу, ҡышын диуарҙар тирләп тора. Ҡайһы бер фатирҙарҙа торбаларҙа һыу туңа. Төҙөүселәр тәҙрәләрҙе гел асыҡ тоторға кәңәш итә, тип белдерә фатир хужалары. Төҙөлөш компанияһы вәкилдәре быны елләтәү системаһы өсөн кәрәк, тип аңлата. Системаны ҡабыҙыр өсөн бар тәҙрәләрҙең бер юлы асыҡ тороуы талап ителә, тиҙәр.Репортаж әҙерләгән мәлдә фатирҙарға газ тапшырыла башланы. Тик һәр подъезда ла түгел. Йортҡа тулыһынса газ бирә башларға хужаларҙың өйҙә булмауы ҡамасаулай.Йортҡа яңы күскәндәр өсөн төҙөүсе ойошма торлаҡ файҙаланыу ҡағиҙәләрен баҫтырған. Буклет ҡына проблемаларҙы хәл итмәй шул, ти фатир хужалары.Төҙөүселәр иһә бина проекттарының һәммәһе лә федераль нормативҡа ярашлы, тип белдерә. Ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе компания төҙәтә лә башлаған. Тик елләтеү системаһы үҙгәрешһеҙ ҡала.