Ике йәшлек сабый Динар Байбуринға ҡан тапшырыу һорала

Тулыраҡ: Ике йәшлек сабый Динар Байбуринға ҡан тапшырыу һорала

Ике йәшлек сабый Динар Байбуринға ҡан тапшырыу һорала. Бөгөн социаль селтәр аша уның яҡындары халыҡҡа мөрәжәғәт итте.Динарҙың әсәһе, икенсе балаға ауырлы ҡатын кисә төнөн Өфөлә беренсе Май урамындағы аварияла һәләк булғайны. Хәҙер инде Динарҙың да ҡүмере ҡыл өҫтөндә-уның ғүмере өсөн әле табиптар көрәшә. Кисә боролған саҡта Дэу Нексияға Ниссан автомобиле килеп бәрелә. Ҡотҡарыусыларға махсус ҡоролмалар менән Нексия машинаһын ҡырҡырға һәм пассажирҙарҙы азат итергә тура килә.