- Львовта сиғандар лагерына һөжүм иткәндәр. Бер кеше һәләк булған, 4 кеше, шул иҫәптән бер бала яраланған. Һөжүм иткән 8 кеше ҡулға алынған. Улар 16-17 йәшлек үҫмерҙәр. Һуңғы ике айҙа был ультра уң төркөмсәләрҙең сиғандар лагерына икенсе һөжүме.
- Американың юғары суды президент Дональд Трамтың мосолмандар күп йәшәгән илдәрҙән килеүселәргә визалар биреүҙе тыйыу тураһындағы өсөнсө указын ҡанунлы тип тапты. Биш судья аҡ йорт башланғысын хуплаған, 4 судья ҡаршы булған. Ҡарарҙа әйтелеүенсә, президент иммиграция тураһындағы указға ҡул ҡуйып законды боҙмаған.
- Италия һәм Мальта “Лайфлайн” яҙмышын хәл итте.: Германияның хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаһы судноһына Мальтала якорь ташларға рөхсәт бирелде. 233 мигрантты Италия үҙенә алырға ҡарар иткән. Рим һәм Валетта һөйләшеүҙәр алып барған арала Мальта хакимиәте ҡасаҡтарҙы аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин иткән.
- Футбол буйынса донъя чемпионатында төркөмө командалары хәл иткес уйындарға әҙерләнә. 4 йыйылма команда араһында турнир таблицаһында әле Бразилия алда килә. Плей-оффҡа сығыу өсөн Бразилияға Сербия менән тигеҙ иҫәпкә уйнаһа ла була. Әгәр Сербия еңгә Бразилия чемпионаттан төшөп ҡала.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре