Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле хеҙмәттәр алдында ошондай бурыс ҡуйҙы. Яр буйының торошо өсөн әле Киров районының төҙөкләндереү идаралығы яуаплы, әммә биләмәне таҙартыу эштәре һуңғы сиратта башҡарыла. Рөстәм Хәмитов был өлкәлә башҡа ҡалаларҙың тәжрибәһен өйрәнеү кәрәклеген билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Ағиҙелдең уң яҡ ярын төҙөкләндереү һуңғы йылдарҙа бойомға ашырылған иң ҙур проекттарҙың береһе. Киләсәктә бында концерт залдары төҙөү, никахлашыу урындары булдырыу ҡарала. Теүәл бер йылдан Ағиҙелдең Өфө тәңгәлендәге өлөшө яңы төҫтәр менән балҡыр, тип көтөлә.
Ағиҙел йылғаһының яр буйын ҡарау өсөн яуаплы ойошма булдырыла
Тулыраҡ: Ағиҙел йылғаһының яр буйын ҡарау өсөн яуаплы ойошма булдырыла