Йәш юнгалар ҙур практикаға йыйын

Тулыраҡ: Йәш юнгалар ҙур практикаға йыйын

Өфөләге контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге диңгеҙ үҙәгендә белем алыусы йәш юнгалар бөгөн ҙур практикаға йыйына. Бөтәһе 18 тәрбиәләнеүсе өс уҡытыусы етәкселегендә Ағиҙел йылғаһында хәрби-диңгеҙ флоты хеҙмәтенә әҙерләнә. Егет-ҡыҙҙарҙың, айырыуса, хәрби-патриотик рухы нығына, ти балалар диңгеҙ үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Улар шулай уҡ шлюпкаларҙың төҙөлөшө менән танышасаҡ, идара итергә өйрәнәсәк.