Мораҡта көслө елдән ике ҡатлы, күп фатирлы йорт ҡыйығы зыян күргән. Ел тиҙлеге секундына 32 метрға тиклем еткән тип хәбәр итәләр урындағы метеостанциянан. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Бөгөн урында төҙөкләндереү эштәре башланды, ти Күгәрсен районы хакимиәтенең төҙөлөш һәм архитектура бүлеге етәксеһе Рафаил Вәхитов. Дауыл республиканың көнбайыш өлөшөн дә урап үтмәгән. Ҡырғыҙ-Миәкәлә 3 йорттоң ҡыйығын ауҙарған, һөҙөмтәлә автомобиль зыян күргән, электр сымдары өҙөлгән. Әле төҙөкләндереү эштәре бара. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бөгөн дә елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә. Ул секундына 30 метрға тиклем етеүе ихтимал, йәшенләп ямғыр һәм боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Ҡотҡарыусылар ел ваҡытында нығытылмаған ҡоролмалар, ағас янында тормаҫҡа, һаҡлыҡ сараларын иҫтән сығармаҫҡа кәңәш итә.
Кисә көндөң икенсе яртыһында Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында боҙборсаҡ һәм көслө ямғыр яуып үтте
Тулыраҡ: Кисә көндөң икенсе яртыһында Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында боҙборсаҡ һәм көслө ямғыр яуып үтте