Мал көтөп йөрөгән 27 йәшлек ир төшкө аш мәлендә Ағиҙел йылғаһында һыу инергә булған. Балыҡсы уның ҡысҡырған тауышын ишетеү менән шунда уҡ ярҙамға ашыҡҡан. Ул килеп еткәндә ир һыу аҫтына китеп өлгөргән. Ҡотҡарыусылар өсөнсө көн инде 15 саҡырым раудиуста йылғаны тикшерә. Водолаздар өсөн ҡыҙыу осор башланды. 25 июндә Яңауыл районында Буй йылғаһында, Шишмә районында Дим йылғаһында, 23 июндә Иглин районында бер юлы ике ир-егет һыуға батҡайеы. Иҫерек килеш, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү, йылға-күлдәрҙә ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу һыуҙағы фажиғәләрҙең төп сәбәптәре булып тора.
Дүртөйлө районында һыуға батҡан ирҙе эҙләйҙәр
Тулыраҡ: Дүртөйлө районында һыуға батҡан ирҙе эҙләйҙәр