Уңайлы шарттар тыуҙырғанда, әлбиттә, табиптар киләсәк

Тулыраҡ: Уңайлы шарттар тыуҙырғанда, әлбиттә, табиптар киләсәк

Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе башҡа төбәктәрҙән табиптар саҡырыу юлы менән хәл итергә мөмкин. Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырылған “Ауыл табибы” программаһы тәү сиратта республика юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн тәғәйенләнгән. Әммә киләсәктә унда башҡа төбәктәр белгестәре лә ҡатнаша ала. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, уңайлы шарттар тыуҙырғанда, әлбиттә, табиптар киләсәк. Медицина кадрҙарын ҡайтанан әҙерләү ҙә төп йүнәлештәрҙең береһенә әйләнергә тейеш. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығына сәләмәтлекте һаҡлау учреждениеларын табиптар менән тәьмин итеү программаһын эшләргә ҡушҡайны.