Һөнәре ни хаҡ?

Тулыраҡ: Һөнәре ни хаҡ?

Республика вуздары араһында иң ҡиммәтле һөнәрҙәр асыҡланды. Шулай итеп, уҡыу өсөн иң ҙур сумманы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында һорайҙар. Бейеүсе, актер, дирижер булырға теләүселәргә йылына 180 мең һум түләргә кәрәк. Башҡорт дәүләт медицина университетында буласаҡ теш табиптарынан 171 мең һум талап ителә. Өфө дәүләт нефть техник университетында дизайнер һөнәренә уҡып сығыу өсөн 164 мең һум түләргә кәрәк. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында иң ҡиммәтле һөнәрҙәр исемлегендә – “Физик культура” һәм “Дизайн” йүнәлештәре күрһәтелгән. Бында йылына 162 мең һум талап ителә. Өфө дәүләт авиация техник университетында буласаҡ авиатөҙөүселәрҙән 161 мең һорайҙар. Ә Башҡорт дәүләт университетында “Наноматериалдар” һәм “Мәҙәниәтте өйрәнеү” йүнәлештәрендә белем алырға теләүселәргә 158 мең һум түләргә кәрәк.