Ата-әсәләрҙе клип төшөрөргә нимә этәргән?

Тулыраҡ: Ата-әсәләрҙе клип төшөрөргә нимә этәргән?

Берҙәм дәүләт имтиханына бәйле шомло уйҙар менән борсоулы көндәргә алмаш бар. Шишмә районы Алкин мәктәбе ата-әсәләре был хәлде йомшартыу әмәлен тапҡан. Улар һынау тотҡан балаларының хафаларын уртаҡлашҡанын видеояҙмала мәңгеләштрегән. Клип сәғәт һайын яңы тамашасы яулай. Клиптың төп героиняһы Рәзимә Ибәтуллина көнкүрештә лә бер юлы бер нисә эш башҡарырға күнеккән. Йорт хәстәрлектәре лә, сәләмәт тормош ҡалыптары ла имтихан уңайынан туҡтап тора алмай, ә киреһенсә, икеләтә тиҙлек ала. Тап шул мәлдә ижад тынысланыу сараһына әйләнә.Берҙәм дәүләт имтиханы етди һынау мәле генә түгел, хәҙер ул уҡыу йылдарының иң сағыу ваҡиғаһы. Алкин мәктәбен 2018-се йылда тамамлаусылар хәтерендә шундай кисерештәр һаҡлай. Ата-әсә тәьҫораттарынан әле һаман арынмаған. Аяҡ-ҡулдар бейеү хәрәкәттәрен онотмай, ҡолаҡтарҙа йырҙың көйө яңыра.Сығарылыш кисәһенә үҙенсәлекле бүләк әҙерләргә йәш, һәләтле вожатый Рафаэль Батыршин тәҡдим итә. Ойоштороусы, хореограф, режиссер бурыстарын үҙ иңенә ала. Көйҙө мәктәп директоры үҙе һайлай, йырҙы 8-се класс уҡыусылары Кристина Мостафина менән Светлана Мөхәмәтғәлиева яҙҙыра. Видеояҙма менән монтажлауҙы киләсәген кино сәнғәте менән бәйләргә хыялланған Влад Биров башҡара. Бер ай буйы әҙерләнеп 6 сәғәт тоташ төшөрөлгән клип бөгөн Интернет дарьяларында 20 мең ярым кешенең иғтибарын йәлеп иткән. Статистика сәғәт һайын арта. Һәммәһе лә ҡәнәғәт. Балаларының сығарылыш кисәһен асыҡ ваҡиғаға әйләндергән ата-әсә Алкин мәктәбендә яңы матур йолаға башланғыс һалды, тиһәк яңылышмабыҙ. Башҡаларға бары һөнәри кимәлде төшөрмәйенсә, яңы алымдар уйлап табаһы ҡала.