Афған һуғышы ветераны Рафаэль Исхаҡов протезда Белуха тауына менде. Дүрт кешелек төркөм Алтай республикаһында 11-се июндә экспедицияға сыҡҡайны. 16-сы июндә Рафаэль Исхаҡов иптәштәре менән 4 мең 509 метлыҡ тауға күтәрелде. Быға тиклем ул Рәсәй һәм Европаның иң юғары тауы-Эльбрусҡа күтәрелгәйне. Рафаэль Исхаҡов Афғанда сапер булып хеҙмәт иткән. Фугас шартлағандан һуң аяҡһыҙ тороп ҡала.
Афған һуғышы ветераны Рафаэль Исхаҡов протезда Белуха тауына менде
Тулыраҡ: Афған һуғышы ветераны Рафаэль Исхаҡов протезда Белуха тауына менде