Учалы районы егете Нәбип Ханов 40-тан ашыу төрлө йәнлек, ҡоштарҙың тауыштарын ҡабатлай ала. Бала сағынан ҡоштар һайрауын, йорт хайуандары тауышын ҡабатлап үҫкән Нәбип Кәтип улы бөгөн кәм тигәндә 40 ашыу төрлө тәбиғәт тауыштарын ҡабатлай влв. Шуларҙың яртыһы ҡоштар һайрауы.Быуындан быуынға күсеп килгән өзләүҙе лә тауыш ҡабатлауҙың бер төрө, ти Нәбип Ханов. Тәбиғәт тауышын ҡабатлау ябай шөғөл түгел, ти Нәбип Ханов. Уның ярҙамында кеше тәбиғәт менән берләшә. Тауыш сығарған ваҡытта барлыҡҡа килгән вибрация эске органдарға микромассажда яһай.Төрлө ҡоштар, йәнлектәрҙең тауышын ҡабатлау өсөн махсус техника ла бар. Иң мөһиме ирен, теш, тел менән дөрөҫ эш итә белер кәрәк. Һөҙөмтәлә кеше үҙе теләгән тауыштарҙы сығара, йәки берәй ишеткән тауышты ҡабатлай ала.Бөгөн тәбиғәт оркестры үҙенең ысулын да эшләгән. Ике көнлөк төрлө семинарҙар, бер-нисә сәғәтлек оҫталыҡ дәрестәре лә бирә. Киләсәктә Нәбип Ханов үҙенсәлекле оркестр ойоштороп концерттар, төрлө төрлө тауыштар сығарыу буйынса конкурстар ойошторорға уйлай.
Һандуғас кеүек һайрау, әтәс кеүек ҡысҡырыу йәки айыу кеүек үкереү
Тулыраҡ: Һандуғас кеүек һайрау, әтәс кеүек ҡысҡырыу йәки айыу кеүек үкереү