Киләһе йылда Өфөлә Бөтә Рәсәй ғаилә форумы, уның сиктәрендә Рәсәйҙә бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең алтынсы йыйыны үтәсәк. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, киләһе йыл башында шулай уҡ социаль өлкәлә тағы ла бер ҙур сара- халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының 100 йыллығына арнап халыҡ-ара форум да ойоштороласаҡ. Республика башлығы форумдарҙы иң юғары кимәлдә ойошторорға саҡырҙы.
Өфөлә Бөтә Рәсәй ғаилә форумы үтәсәк
Тулыраҡ: Өфөлә Бөтә Рәсәй ғаилә форумы үтәсәк