Ржев эргәһендә эҙләнеү эспедициялары барышында Башҡортостандан ике ҡыҙылармеецтың мәйете табылған, әле уларҙың туғандарын эҙләйҙәр. Матюшечкин Андрей Никитич, 1911 йылда Стәрлетамаҡ районында тыуған, һуғышҡа тиклем Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһында йәшәгән, шунан һуғышҡа саҡырылған. Ржев янында һәләк булған. Берняков Дмитрий Федорович, 1913 йылда Өфөлә тыуған, Нижегородкала йәшәгән. 1942 йылдың 3 сентябрендә Ржев эргәһендәге һуғышта һәләк булған. Ҡыҙылармеецтың мәйетен Мәскәүҙең «Еңеү» эҙләнеү отряды тапҡан.Эҙәрмәндәр яугирҙарҙың туғандарын бәйләнешкә сығыуын һорай. Бәйләнеш телефоны 8-963-909-19-70.
Башҡортостандан ике ҡыҙылармеецтың мәйете табылған
Тулыраҡ: Башҡортостандан ике ҡыҙылармеецтың мәйете табылған