Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты Владимир Путин Мәскәүҙә Америка президентының именлек буйынса кәңәшсеһе Джон Болтон менән осрашты.
  • Владимир Путин менән Дональд Трамп 15-се июлдә Венала осрашыуы ихтимал. Ике ил президенты әлегә ике тапҡыр ғына осрашып һөйләшә алды. Икеһе лә- халыҡ-ара самиттар сиктәрендә.
  • Американың үҙендә Аҡ йортто һаҡлауҙы көсәйткәндәр. Сәйәсмән Сара Сандерсты ире һәм дуҫтары менән Вирджиния штатында ресторанға индермәгәндәр. Ресторан хужабикәһе үҙ ҡарарын Дональд Трам сәйәсәте менән риза булмауы менән аңлатҡан.
  • Америка президенты Дональд Трамптың иһә Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионатын юғары кимәлдә ойоштороуға иҫе киткән. Хәбәрселәр һорауына яуап биреп ул Рәсәйһә донъя чемпионаты иң юғары кимәлдә үтә тип белдергән.
  • Рәсәйҙә футбол байрамында Төнъяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ынға оҡшаш кешене күргәндәр. Ул Мәскәү урамдары буйлап үткән, туп тибеп ҡараған. Быға тиклем Ким Чен Ын Һамарҙа Рәсәй-Уругвай матчын ҡараған.
  • Германия илай. Футбол буйынса донъя чемпионы Көнъяҡ Кореянан 0 гә 2 иҫәбенә еңелде. Ике команда ла плей-оффҡа сыға алманы. Әммә Германия көйәрмәндәре илаһа, Көньяҡ Корея көйәрмәндәре шатланды.