Эҫе көндәр көтөлә

Тулыраҡ: Эҫе көндәр көтөлә

Шулай итеп, кисә 35 градуслыҡ эҫелек бер-нисә сәғәттә ямғырлы көндәр менән алышынды. Синоптиктар бөгөндән тағы ла көндәр эҫе торасаҡ, тип хәбәр итә. Киләһе аҙнала ла 30-305 градуслыҡ эҫелек көтөлә. Йәйге селләнән нисек һаҡланырға, эҫе ҡапмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк? Эҫе көндәр башланыу менән парк хеҙмәткәрҙәре айыуҙарҙы һыу менән ҡойондора. Ситлектәге тайыштабандарға бындай алымды көнөнә ике-өс тапҡыр ҡабатлап тороу мотлаҡ. Тайыштабандарҙың айырым ситлеге бар. Йәйгеһен уларҙың һәр береһенә ҙур ҡомған ултыртыла. Парк хеҙмәткәрҙәре уларҙың эсенә һыу тултырғас, айыуҙар иһә көнөн унан сыҡмай үткәрә. Айыуҙар өсөн ҡояштан ышыҡ урын һәм һыу, йәғни бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Эҫе селләлә күләгәле урынды Өфө халҡы ла эҙләй. Тәүҙә һыуыҡ көндәр тороп, йәйҙең ҡапыл башланып китеүен ауыр кисереүселәр ҙә юҡ түгел. Ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырыуы башҡа эҫе ҡабыу хәүефе менән янай. Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн, белгестәр тәү сиратта физик әүҙемлекте кәметеү һәм һыу эсеүҙе арттырырға, ә алкоголь, айырыуса ҡаты спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә кәңәш ителә. Кейем һайлағанда ла еңел һәм тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирергә, мотлаҡ баш кейемендә йөрөргә кәрәк. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә һауа температураһы үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырған саҡта берәүҙәр өйҙән сыҡмай ышыҡта ултырһа, икенселәре иһә һыу инеүҙе хуп күрә. Эҫе көндәрҙә бөтә халыҡ йылғаға йыйыла. Әммә ял иткән ваҡытта ла һаҡ булыу мөһим. Быйыл ғына билдәле булыуынса, дүрт кеше һыуға батып үлгән. Йылға ярында ял иткәндә ҡушылған бөтә ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә кәрәк.