Өфөлә бөгөн кисәге ҡойма ямғырҙан күрелгән зыян күләмен иҫәпләйҙәр

Тулыраҡ: Өфөлә бөгөн кисәге ҡойма ямғырҙан күрелгән зыян күләмен иҫәпләйҙәр

Дауыллап яуған ямғыр бер-нисә минут эсендә башҡала урамдарын һыуға батырҙы. Автомобиль хәрәкәте ҡатмарлашты. Көслө ел сығып бер сауҙа үҙәге янында ҡуйылған йәйге кафеға зыян килтерҙе. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы Росреест идаралығын был юлы ла һыу баҫты. Идаралыҡ былтыр ҙа ямғыр һыуҙарынан зыян күргәйне.