Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһен заманса юл бәйләйәсәк

Тулыраҡ: Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһен заманса юл бәйләйәсәк

Был турала республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.Әле Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг менән Стәрлетамаҡтан Ырымбурға тиклемге юлды дүрт һыҙатлы итеү тураһында һөйләшеүҙәр бара. 2014 йылда Урал аръяғы райондарының иҡтисади форумында ике күрше төбәк етәкселәре хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғайны. Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе араһында әүҙем бәйләнештәр булдырылған.