Иглин районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларға фатир асҡыстары тапшырылды.

Тулыраҡ: Иглин районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусыларға фатир асҡыстары тапшырылды.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов өй туйлаусыларҙы тәбрикләне, райондың “Энергетик” заводы эшмәкәрлеге, социаль обьекттарҙа төҙөлөш барышы менән танышты.

Александр яңы фатир ишеген асып инер өсөн дүрт йылға яҡын сиратта торған. Ни бары ун ике генә йәшендә, ата-әсәһе аварияла һәләк булыу сәбәпле, уны өләсәһе тәрбиәгә ала. Бәләкәй сағынан шуҡ булып үҫкән егет юғары уҡыу йортон тамамлай, өйләнә һәм яңыраҡ үҙе лә атай була.Иглин районында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 21 кешегә тантаналы рәүештә фатир асҡыстары тапшырылды. Уларҙың шатлыҡтарын Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов уртаҡлашты.Хөкүмәт рәйесе етем ҡалғандарға ярҙам айырыуса кәрәк һәм бындай эшмәкәрлек киләсәктә лә дауам итәсәк, тип белдерҙе. Әле 2015 –се йылдан алып бөтәһе 59 кеше фатирлы булған. Өс ҡатлы йорт бер йыл эсендә төҙөлөп бөтөлә. Әйткәндәй, ошо уҡ урамда былтыр тағы ла бер йорт сафҡа индерелә һәм декабрь айында ун өс кешегә фатир асҡыстары тапшырыла. Рөстәм Мәрҙәнов Иглин районындағы “Энергетик” заводына ла эш сәфәре менән барҙы. Заводта электр техникаһы һәм монтажлау кәрәк-яраҡтары сығаралар. Хеҙмәткәрҙәр предпрятиеның майҙанын киңәйтеү мәсьәләһен күтәрҙе.Иглин районында халыҡ һаны йыл һайын артҡандан –арта. Шуға ла мәктәп, балалар баҡсаларын күбәйтеү төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Районда әле яңы уҡыу йорто төҙөлә. 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп икенсе йылға тулыһынса сафҡа индереләсәк. Был мәктәп Башҡортостандың йөҙ йыллығына-йөҙ обьект исемлегендә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, районда мәктәп, балалар баҡсаларынан тыш, физкультура-һауыҡтырыу комплекстар һанын да күбәйтеү — төп мәсьәләләрҙең береһе. Шуға ла районда хәҙер яңы төҙөлөш урындары һайланасаҡ.