Рәсәй байрам итә

Тулыраҡ: Рәсәй байрам итә

Рәсәй байрам итә. 1 июльда беҙҙең илдең йыйылма командаһы футбол буйынса донъя чемпионатында Испанияны еңеп сирек финалға сыҡты.

Уйын бик көсөргәнешле үтте. Төп ваҡыт бергә бер иҫәбенә тамамланды. 15 минутлыҡ өҫтәмә таймда ла көслөнө асыҡлап булманы. Пенальти серияһында Рәсәй футболсыларына уңыш йылмайҙы. Шулай итеп, 7 июль беҙҙең илдең йыйылма командаһы Түбәнге Новгородта Хорватия менән осраша.