Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Америка президенты Дональд Трамп 16 июль Хельсинки ҡалаһында осраша. Быға тиклем ике ил етәксеһе Гамбургта һәм Вьетнамда халыҡ-ара самиттар сиктәрендә генә ?өйләшеүҙәр үткәргәйне. Хельсинкила Рәсәй һәм Америка президенттары ике ил араһындағы мөнәсәбәтте һәм халыҡ-ара хәлде тикшерәсәк.
  • Японияла илдәге тәүге шәхси ракетаны осороу уңышһыҙ тамамланған. Интерстеллер Техноложис компанияһы эшләгән Момо ракетаһы старттан һуң бер-нисә секунд ҡына оса һәм шартлай. Япония компанияһының шәхси космос аппаратын осорорға тырышыуы икенсе тапҡыр уңышһыҙ тамамлана.
  • Рәсәй, Белоруссия һәм Сербия хәрбиҙәре “Славян дуҫлығы-2018” күнекмәһен үткәрҙе. Уның барышында тыныслыҡ урынлаштырыу һәм террорға ҡаршы операциялар ваҡытында коалицияның тактик көстәрен ҡулланыу алымдары тикшерелде. Рәсәй һәм Белоруссия десантсылары, Сербияның махсус тәғәйенләнештәге отряды вертолет ярҙамында шартлы дошман урынлашҡан районға төштө һәм унда аманаттарҙы азат итте.
  • “Адмирал Эссен” корабле Урта диңгеҙҙән Севастополға ҡайтты. Ракета фрегаты Ҡара диңгеҙ флоты составында Сүриәлә хәрби бурысын үтәне һәм күнекмәләр үткәрҙе