Бөгөн башҡортостанда 34 градусҡаса эҫетәсәк

Тулыраҡ: Бөгөн башҡортостанда 34 градусҡаса эҫетәсәк

Яуым-төшөм көтөлмәй.Ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырыуы башҡа эҫе ҡабыу хәүефе менән янай. Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн, белгестәр тәү сиратта физик әүҙемлекте кәметеү һәм һыу эсеүҙе арттырырға, ә алкоголь, айырыуса ҡаты спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә кәңәш ителә. Кейем һайлағанда ла еңел һәм тәбиғи туҡымаларға өҫтөнлөк бирергә, мотлаҡ баш кейемендә йөрөргә кәрәк. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә һауа температураһы үҙгәрешһеҙ ҡала.