Үлемесле авариялар арта

Тулыраҡ: Үлемесле авариялар арта

Бөгөн М-5 трассаһындағы аварияла ике кеше һәләк булды, ике кеше йәрәхәтләнде. Ҙур тиҙлектә килеүсе Мерседес йөк машинаһы аҫтына инеп китте.Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фураның бер тәгәрмәсе тишелә һәм водитель юл ситенә туҡтай. Шул ваҡытта уға еңел автомобиль килеп бәрелә. Һәләк булыусылар араһында ауырлы ҡатын бар, тип хәбәр итә Өфө1 сәхифәһе.