Башҡортостандың һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттары Европа мәғариф фондының Турин процесына ҡушылды. ЮНИВОК ойошмаһының Өфөләге үҙәгендә үткән халыҡ-ара форум эшселәр әҙерләүҙең заманса алымдары тураһында фекер алышыуға арналды. Башҡортостандың социаль технологиялар институты Европа һөнәри белем биреүселәрен үҙенсәлекле эшмәкәрлеге һәм әүҙемлеге менән ҡыҙыҡһындырған. Мәскәүҙәге һөнәри белем биреү проблемаларын өйрәнеү үҙәге директоры Ольга Олейникова фекеренсә, Башҡортостанда Турин процесында ҡатнашыусылар иғтибарына лайыҡ тәжрибә бар.Социаль-иҡтисади тармаҡты эшселәр менән тәьмин итеүселәрҙең Турин процесы 2010 йылда ойошторолған. Бөгөн ул донъяның 30 илен берләштерә, Рәсәй төбәктәре берләшмәлә һөнәри белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын айырым тәҡдим итә. Ошо ике йыл эсендә халыҡ-ара эксперттар Башҡортостанда һөнәрселек тармағын ентекләп өйрәнеп йомғаҡ яһарға әҙерләнә. Республика уҡыу йорттары иһә инновацион технологиялар менән бер рәттән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген файҙалана.Европа мәғариф фонды вәкиле Франка Крестани хеҙмәт баҙарын белгестәр менән тәьмин итеүҙең отошло юлын эҙләгәндә төрлө илдәр тәжрибәһе мөһим, тигән фекерҙә. Был тармаҡта хәл даими үҙгәреп тора, шуға ла ҡыҙыҡһынған яҡтарҙан үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу талап ителә.Һөнәри белем биреүҙең сифатын күтәреү йәһәтенән Башҡортостан уҡыу йорттары яңы аҙым яһай. Турин процесын ғәмәлгә ашырыу һөнәрселек тармағын заман талаптарына ярашлы үҫтерергә булышлыҡ итә. Турин процесында ҡатнашыу Башҡортостандың һөнәри белем биреү йорттарына халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлек даирәләрен аса. Был йәһәттән донъя ҡаҙаныштарын ҡулланыу ғына түгел, ә тәжрибә уртаҡлашыу һәм республиканы донъя кимәлендә алдынғы технологиялар менән эш итеүсе төбәк булараҡ танытыу мөмкинлеге бар.
Башҡортостан Турин процесына ҡушыла
Тулыраҡ: Башҡортостан Турин процесына ҡушыла