70 ауырыуҙан дауа

Тулыраҡ: 70 ауырыуҙан дауа

Өфөлә ғалимдар башҡорт балының балауыҙын таҙартыу ысулын уйлап сығарған. Был асыш иһә, балауыҙҙы сит илдәргә сығарыу мөмкинлеген бирә. Яңы ысулды тормошҡа ашырыу өсөн күпме ваҡыт сарыф ителә һәм уның үҙенсәлеге нимәлә? Яҙғы-йәйге осорҙа оянан сыҡҡан ҡорттарҙың бер аҙ ҡорт тиҙәге, ә стеналарҙа ҡарышлауыҡтар ятҡан һауыт ҡабыҡтары тороп ҡала. Ҡорттар уларҙы таҙартып ала, әммә күҙәнәктәрҙән ҡорттарҙың бихисап быуыны сығыуы арҡаһында балауыҙ һорғолт һәм көңгөрт төҫ ала. Балауыҙҙы кире ағыраҡ төҫкә индереү өсөн ғалимдар уны таҙартыу ысулын уйлап тапҡан.Был ысулды тормошҡа ашырыу өсөн ғалимға ярты йыл тирәһе ваҡыт талап ителә. Хәҙер иһә таҙартылған балауыҙҙы һис шикһеҙ икенсе илдәргә лә ебәреү мөмкинлеге бар.Әйткәндәй, сит илдәрҙә аҡ балауыҙ биш тапҡырға күберәк һатыла. Был аҡ төҫтәге балауыҙ көнкүрештә ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, уны алтмыш градуста йылытып иреткәс, емеш-еләктең тышын ҡапларға мөмкин. Был ысулдан һуң емеш-еләк оҙағыраҡ һаҡлана. Әйткәндәй, аҡ төҫтәге балауыҙҙы ҡулға алып бер аҙ тотһаң, ул ошондай һығылмалыға әйләнә. Был уның төп үҙенсәлектәренең береһе.Балауыҙҙың техника аша таҙартыу ысулы уйлап сығарылғас, уны хәҙер иһә халыҡ-ара баҙарға сығарыу мөмкинлеге лә күҙ уңында тора. Был йүнәлеш башҡорт балын һатыу баҙарын киңәйтә.Балауыҙҙың һор төҫтә булыуы тап башҡорт балын сит илдәргә сығара алмауҙың төп сәбәптәренең береһе ине. Хәҙер иһә ғалимдарҙың уны таҙартыу ысулын уйлап сығарыуы төп асыштарҙан һанала.