- Германия канцлеры Европа илдәрен миграция мәсьәләһе буйынса берҙәм сәйәсәт булдырырға саҡырҙы. Ангела Меркель әйтеүенсә, Европа өсөн миграция мәсьәләһе хәл иткес булыуы ихтимал. Кире осраҡта беҙҙең ҡимәттәргә бер кем дә ышанмаясаҡ, тигән Германия канцлеры. Ул Европа берлегенә ингән илдәрҙең һәр береһе менән айырым килешеү төҙөргә тәҡдим иткән.
- Мексика президентын һайлауҙа һул көстәр кандидаты Лопес Обрадор өсөн 53 процент һайлаусы тауыш биргән. Был хаҡта милли һайлау институты башлығы белдергән. Лопес Обрадор “Мексика өсөн, алға” коалицияһы кандидатынан ике тапҡырға күберәк тауыш йыйҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр иғлан ителгәс иң күп тауыш йыйыусы үҙе яҡлылар алдында сығыш яһаясаҡ.
- Таиландта мәмерйәлә юғалған уҡыусылар табылған. 12 футболсы һәм уларҙың тренерына илдең хәрби-диңгеҙ флоты көстәре хәрбиҙәре юлыҡҡан. Уҡыусылар мәмерйәгән ингән урында велосипедтарын, аяҡ кеймдәрен ҡалдырып киткән.
- Францияның эске эштәр министрлығы билдәле рецидивист Редуан Фаидты эҙләй. Операция барышын ил етәкселеге шәхсән күҙәтеүгә алған. Редуан Фаидтың төрмәнән ҡасыуы тураһында билдәле булғас та 2 мең 900 полиция хеҙмәткәре тулы әҙерлеккә килтерелгән. Фаид 90-сы йылдар башында криминаль кинодрамаларҙағы ҡайһы бер эпизодтарҙы ҡабатлаған өсөн киң билдәлелек ала. 2013 йылда ул төрмә ишеген шартлатып камеранан ҡасҡан.
- Че Гевара ҡушаматлы эт-футбол буйынса донъя чемпионатының үҙенсәлекле көйәрмәне. Ул туп менән төрлө трюктар, дриблинг оҫталығын күрһәтеп футбол яратыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп иткән.
- Кавказ ҡурсаулығында йыртҡыс һәм уның ҡорбаны урындары менән алмашҡан. Билдәле сәйәхәтсе Павел Мудров боландың бүрене баҫтырыуын видеоға төшөрөп алған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре