Янғын һүндереүселәр ярыша

Тулыраҡ: Янғын һүндереүселәр ярыша

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралыҡтарының янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса төбәк-ара ярыштары башланды. Өфөлә асылған сарала төрлө өлкәләрҙән 23 команда, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре лә көс һынаша. 18 йәшлек Вадим Мозафаров мәктәптә уҡығанда уҡ янғын һүндереү спортсы менән мауыға башлай. Хәҙер инде 1-се курс студенты 4 йылдан ашыу төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.Янғын һүндереү-ҡотҡарыу спорты буйынса төбәк-ара ярыштарҙа Башҡортостан исеменән 14 ҡыҙ һәм егет, 10 ир һәм ҡатын сығыш яһай. Улар араһында спорт мастерҙары һәм спорт мастерына кандидаттар бар.

Ярыштарҙың беренсе көнөндә командалар баҫҡыс менән йүгерә, тәҙрә аша бина ҡаттарына үрмәләй. Был күнекмәләрҙе улар тиҙ арала эшләргә тейеш. Һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда томра тора. Эҫе булыуға ҡарамаҫтан алдан билдәләнгән ярыштар мотлаҡ уҙғарыла. Сөнки, спортсылар уға оҙаҡ ваҡыт һәм ентекләп әҙерләнгән. Әммә, эҫе үҙенекен итә.Ярыштарҙың программаһы буйынса командалар ҡаршылыҡтар аша лә йүгерәсәк. Кесаҙна эстафета ҡаралған, ә йома спортсылар янғын һүндереү машиналары, рукавтар менән эшләп күрһәтә. Рәсәй судьялары билдәләүенсә, Башҡортостан был сараға бик яҡшы әҙерләнгән.Янғын һүндереү-ҡотҡарыу спортын кесеһе лә олоһо ла үҙ итә. Бында Силәбе, Свердловск, Ҡурған, Төмән, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манты, Ямал-Ненец Автономия Округтарынан иң көслө спортсылар килгән. Командалар үҙ көйәрмәндәрен дә алып килгән. Әммә, Башҡортостан спортсылары өсөн янып-көйөүселәр иң күбе.Эҫе булыуға ҡарамаҫтан спортсыларға бер-нисә көн махсус кейемдәрҙә һәм ҡоролмалар менән эш итергә тура киләсәк. Ярыштар 6-сы июлгә тиклем дауам итә. Ошо көндәрҙә яҡшы һөҙөмтә күрһәткән спортсылар Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Ул июль аҙағында йәнә Өфөлә үтәсәк.