Өфөнөң Рәсәй урамындағы бер йортта йәшәүселәр фатирҙағы йылылыҡ өсөн хаҡтың икеләтә артып килеүенә зарлана. Аптырашта ҡалған халыҡ дөрөҫлөктө асыҡлай башлай. Ни өсөн хаҡтар артып килә? Торлаҡ менән хужалыҡ итеү хеҙмәткәрҙәре ниндәй яуап бирҙе? Өфөнөң Рәсәй урамындағы был йортта йәшәүсе Флорид Ғәлләмов ғәҙеллек өсөн көрәшә. Уны ғына түгел, күпселек пенсионерҙарҙы йылылыҡ өсөн хаҡтың артыуы борсой. Асыҡланыуынса, 2013-се йылда ни сәбәптәндер подъездағы дөйөм ҡорамал ватыла һәм шул сәбәпле халыҡ норматив буйынса түләргә тейеш булған. Флорид Ғәлләмов әйтеүенсә, бындай аңлашыулмаусанлыҡ беренсегә түгел. Йыл һайын улар торлаҡ-коммуналь идаралығынан йылылыҡ өсөн түләнгән аҡсаларын кире ҡайтарырға мәжбүр. Пенсионерҙар һөйләүенсә, торлаҡ хужалығы менән идара итеү хеҙмәткәрҙәре дөйөм йыйылыш үткәреп протокол да төҙөгән. Әммә ҡултамға ҡуйған кешеләрҙең яртыһы күптән үлгән, ә яртыһы бындай йыйылышта бөтөнләй булмаған.Аптырашта ҡалған халыҡ судҡа мөрәжәғәт итә һәм протоколды дөрөҫ түгел, тигән яуап ала. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, быйыл Рәсәй урамындағы ике йорттағы фатирҙарға йылылыҡ өсөн хаҡ күтәрелгән. Торлаҡ менән хужалыҡ итеү хеҙмәткәрҙәре ҡағыҙҙарға кемдәр ҡултамға ҡуйғанына аныҡ ҡына яуап бирә алманы.Торлаҡ хужалығы менән идара итеү хеҙмәткәрҙәре был мәсьәләне тикшерергә һәм тиҙ арала ҡалған аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә итте.
Ғәҙеллек ҡайҙа?
Тулыраҡ: Ғәҙеллек ҡайҙа?