Кеше бәләһендә аҡса эшләү

Тулыраҡ: Кеше бәләһендә аҡса эшләү

Әлшәй районында йәшәүсе Демешевтар ғаиләһенең 9 йәшлек улдары һирәк осраған йөрәк сиге менән ауырый. Баланы ҡотҡарыр өсөн уларға Германияла ҡиммәтле операция эшләр кәрәк. Аҡса булмау сәбәпле ғаилә интернет селтәрендә аҡса йыйыу өсөн махсус төркөм аса. Тик бының менән мутлашыусылар ҡуллана. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Никита Демешев 9 операция үткәрә. Донъяға тыуыу менән табиптар уға ҡурҡыныс диагноз ҡуя. Ул һирәк осраған йөрәк ауырыуы менән яфалана. 4 ай сағында малайға беренсе операция яһайҙар. Новосибирск табиптары 9 операция үткәргәндән һуң, киләһе операцияны тик сит ил клиникаһы ғына эшләй ала, тип белдерә. Демешевтар ғаиләһе Германияның Берлин ҡалаһы табиптарына мөрәжәғәт итә. Махсус операция үткәрер өсөн 3 миллион һум аҡса кәрәк. Кәрәкле сумманы йыйыу өсөн халыҡтан ярҙам һорап Никитаның ата-әсәһе интернет селтәрендә махсус төркөм аса.Ҡыҙғанысҡа бөгөн ҙур тормош һынауҙары аҫтында ҡалған балалар һирәк түгел. Махсус операциялар үткәрер өсөн миллиондарса һум аҡса кәрәк. Шул сәбәпле ата-әсәләр интернет селтәрендә аҡса йыйыу өсөн төрлө төркөмдәр аса. Тик кеше бәләһендә үҙҙәренең кеҫәһен тултырған мутлашыусылар ҙа бөгөн һирәк түгел.Бөгөн ҡаланың һәр өсөнсө магазинында балаларға медицина ярҙамы күрһәтер өсөн аҡса йыйыу ҡумталарын осратырға мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, уларҙың күптәре ялған булып сығыуы ихтимал. Шуға ла аҡса бирер алдынан тәүҙә мәрхәмәтлек фондының эшмәкәрлеген тикшереп сығыу берҙә хата булмаҫ.Шулай уҡ мутлашыусыларҙың йыш осраған ысулы ул картаның шәхси мәғлүмәттәрен һорау. Белгестәр әйтеүенсә, әгәр ҙә сит номер аша ярҙам тәҡдим итеп һеҙҙең картағыҙҙың номерын, уның сығарылыш датаһын һәм артындағы өс номерын һорайҙар икән мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итер кәрәк.Әлегә Демешевтар ғаиләһе 900 мең һумға яҡын аҡса йыйған. Тағы ла 2 миллион һум ҡалған. Шулай уҡ улар 20-гә яҡын республиканың хәйриә фондтарына ла мөрәжәғәт иткән. Һәм оҙаҡламай кәрәкле сумма йыйылыр тип өмөт итәләр.